Юлым төштө бер мәл йәйләүгә,
Күк төтөндәр илтте тирмәгә.
Йылҡысылар, мине үҙ күреп,
Ҡымыҙ һондо, туҫтаҡ тултырып,
Һоранылар янға ултырып:
— Боғананмы һин, дуҫ,
Һултанан,
Һарыбағыштан?
Ҡайһы ырыуҙан?
Ҡымыҙ өтөп алды ялҡындай,
Күҙгә һирпте шаян осҡондар.
Дәртем ташты,
Яҙғы ташҡын һыу
Ҡаяларҙан түбән осҡандай.
— Ырыу менән маһайып...
Ҡуй бушты,
Мин — бер ҡырғыҙ улы тыумыштан.
Ҡырғыҙ ҡаны булған бабамда,
Ҡырғыҙ исемен йөрөтәм һаман да.
Мин — малға бай Нарын буйынан,
Ил баҡсаһы — хозур Чуянан;
Ҡайындары яҙын ҡумыҙ сирткән
Ысыҡ-күлдән — көмөш уянан.
Ырыуымды, ҡуйсы, һорама,
Эҙләмә лә ҡоштар теленән.
Мин — донъяла берҙәй
Һиммәтле,
Ниғмәтле лә ҡырғыҙ иленән