Яралы моң

Нисәмә көн инде һулҡый-һулҡый
Йәнем һыҙлай, рухым ауырта,
Үҙәгемде өҙөп, бер моң тыуа,
Зиһенемде шул моң алйыта.

Саҡыра моң бергә осорға тип,
Күҙ күреме етмәҫ ерҙәргә.
Был саҡырыу әллә һынау микән
Мөхәббәткә тоғро ирҙәргә?..

Сыңлауҙары йәнде әсир итә,
Ул моң рухташ, серҙәш күңелгә;
Уны юғалтыу ҙа,
Уңалтыу ҙа
Булмаҫ,
булмаҫ, ахыры, еңелдән.

Ҡаҡҡанғамы тормош дауылдары,
Ул сыңрау моң бөгөн яралы,
Тапҡанғамы оҙон юлдар үтеп,
Ихтыярым китмәк таралып.

Яралы моң!
Керһеҙ мөхәббәтем
Булалмаймы дауа йәнеңә?
Аҡ ҡылғандар наҙын,
Дала таңын
Минән алһаң, бәғрем, йә нимә?..

Нисәмә көн инде һулҡый-һулҡый
Йәнем әрней, рухым ауырта,
Йөрәгемде ярып, бер моң тыуа,
Бар донъямды шул моң алйыта...