Япраҡ яуыны

Еткән ҡыҙҙар кеүек
Етте көҙҙәр,
Күлдәгенән күҙҙәр ҡамаша,
Һындарынан хыял күккә аша,
Торғаны бер сихри тамаша.
Ҡулдарында көҙҙөң – һары батмус,
Батмусында – баллы бауырһаҡ.
Шөкөр, тимен, шундай мәлдәр етте:
Бәрәкәт, ҡот, ырыҫ яуыр саҡ.

Япраҡ яуа.
Ҡаплай ерҙе алтын,
Бәхет тантанаһы тойола.
Ҡарт һеперә урам.
Ә япраҡтар
Таҙа юлға йәнә ҡойола.
Һеперә ҡарт тағы,
Япраҡтарҙы
Йыйғанына, гүйә, ҡыуана.
Алдырына “алтын” йыйып һала,
Алдана шул күңел-диуана.

Уйланымы икән:
“Урам һепереп
Йөрөрмөн, тип, ғүмер көҙөндә”?..
Ел туҙҙыра һуңғы сатҡыларын
Өмөт усағының көлөндә.
Үрһәләнгән япраҡ
Ағасынан
Моңһоу сыңлап төшә өҙөлөп,
Өҙөлөп төшкән кеүек кемдәрҙеңдер
Бәғерҙәре, көндән төңөлөп...

Еткән ҡыҙ ҙа түгел – еткән көҙҙәр,
Ә батмуста – һары япраҡ,
Заманалар килде –
Өҫтөбөҙгә
Беслан көлө, ҡурғаш яуыр саҡ...
Өҫтөбөҙгә муллыҡ яуған төҫлө,
Алтын яуған төҫлө тойола,
Әммә өҫтөбөҙгә... япраҡ яуа,
Бары һары япраҡ ҡойола.

Сит ерҙәрҙә ҡояш күп ҡунаҡлай,
Япраҡ яуа, күктәр тар ҡалған.
Ымһындырғыс, алдатҡыс бер миҙгел,
Тәбиғәттә фекер тарҡалған.

Шатлан, күңел!
Ниңә һөйөнмәйһең
Тәбиғәттең алтын туйына?
Көҙгөләге заман сағылышы
Һеңеп ҡалһын миҙгел ҡуйынында...

2009.