Япраҡ кеүек елпеп

Тағы бер көҙ етте.
Ҡаҡ ер өҫтөн
Ҡаплап ҡоя япраҡ ямғыры.
“Өф” иткән ел булһа, япраҡ заты
Эй туҙына осоп, ҡаңғырып…
Ауыл урамынан машина үтһә,
Төшә инек арттан малайҙар,
Япраҡ кеүек осоп йүгереүҙәр,
Етә алмағас, көнсөл ҡарауҙар…
Хәҙер машиналар елеп үтһә,
Балалар ҙа ярышып-һалышмай.
Тик япраҡтар ғына, кәйелеп-кәйелеп,
Эй сабалар арттан ҡалышмай.

Нисәмә көҙ үтте!..
Ә япраҡтар
Хәтерләтә көҙөн гел генә:
Бала сағым, ана, япраҡ кеүек,
Йүгереп үтте ваҡыт-ел менән.