Япраҡ бураны

Көнө буйы бөгөн япраҡ яуа,
Бар тирә-яҡ — япраҡ бураны,
Ел-дауылдан аяп ағастарҙы,
Урмандарға барып ураным.

Урман гиҙәм япраҡ буранында…
Иҙгән сағы ауыр хистәрҙең,
Биҙгән сағы яҡты хыялдарҙың,
Һүнгән сағы айлы кистәрҙең.

Услап-услап биткә япраҡ бәрә,
Сәстәремде дауыл туҙҙыра...
Тормош мине әллә хаталарым,
Гонаһтарым өсөн һыҙыра...

Таңдан алып йәнем тынғы тапмай-
Күңелемдә —
хистәр бураны.
Баҫылмаҫмы хистәр бураны, тип.
Аһлы урмандарҙы ураным...