Яңғыҙ сәскә

Яңғыҙ сәскә миңә моңһоу ҡарай,
Башҡынайын эйә ел иҫһә.
— Сәскә!
Ниңә яңғыҙ ҡалдың икән,
Яҙмышҡайың шулмы, юғиһә!

— Яңғыҙ сәскә - ул мин,
Һулаһам да,
Һулыһам да һинең ҡулыңда.
Яҙмышыма бары рәхмәтлемен,
Осрағанға һинең юлыңда.

— Эй, кешеләр!
Бүләк иткәндә һеҙ
Яңғыҙ сәскә бүләк итмәгеҙ,
Ошо сәскә кеүек мин дә яңғыҙ,
Бәғеремде, зинһар, өтмәгеҙ!..

Яңғыҙ сәскә тора өҫтәлемдә,
Ҡайҙа икән уның иштәре?
Һулаһа ла, һулыһа ла бер мәл,
Болондарҙы күрә төштәре...
1995.