Янғантауға мәҙхиә

Хозур ерҙәр күптер был донъяла,

Тик Янғантау — бер ул, бер генә,

Йәннәт-ләззәттәрең ары торһон,

Йән дауаһы табыр был ерҙә.

 

Мең сырхауға шифа Ҡорғаҙағы

Һыуһындарҙы бермә ҡандырыр,

Һаташтырыр һары һандуғасы,

Ҡауыштырыр сихри таңдары.

 

Китһәң әгәр, иҫтәреңә төшөр

Дәрт уятыр янар ҡуҙҙары,

Аҙаштырыр әле ҡайындары,

Һаташтырыр әле ҡыҙҙары.

 

Етемһерәр йөрәк Янғантауһыҙ,

Йүрүҙәндең моңло йырыһыҙ,

Һаташтырыр әле ҡайындары,

Һағындырыр әле йылыһы...