Өшөп-туңып барған йөрәгемә
Ут алырға килдем, Янғантау,
Янып-ярһып барған йөрәгемә
Ял алырға килдем, Янғантау.
Ҡорғаҡһып та барған күңелемә
Һут алырға килдем, Янғантау,
Бушлыҡ хасил булған күңелемә
Уй һалырға килдем, Янғантау.
Онотолоп бөткән хистәремә
Туй яһарға килдем, Янғантау,
Ҡотһоҙ була барған кистәремә
Ҡот ҡойорға килдем, Янғантау.
Ҡаты елдәр ҡаға арҡабыҙға —
Наҙ татырға килдем, Янғантау.
Һулып барған йәшлек гөлдәремә
Яҙ алырға килдем, Янғантау...
***
Йүрүҙәнгә төшөп йыр ташыныҡ,
Моңдар эстек ятып шишмәнән.
Еребеҙҙең асыл хозурлығын
Белмәҫ үҙе даръя кисмәгән.
Урмандарҙа болан тауышынан
Ойоп ятҡан хистәр уянды,
Йәшлегенә ҡарап тәбиғәттең
Ҡартлығыңдан күңел оялыр.
Янғантауҙың янар уты менән
Ер шифаһы һеңә тәнемә
Салауат һәм Рәми аманаты
Ҡот-моң булып күсә йәнемә.
Сал Йүрүҙән менән көмөш Әйкәй
Аҡҡан кеүек ярһып, ярышып,
Йөрәктәрҙә тынмаҫ тулҡын ҡаҡһын
Моң бүлешеп, илһам алышып…
***
Ҡояшлы уяла йөрөп,
Көс өҫтәлде кәремә,
Ҡайындарҙан, миләштәрҙән
Сафлыҡ инде ғәмемә.
Шундай яҡын Ҡояшлы уя,
Әйтерһең, бала сағым
Үткән ошонда ат менеп,
Мал көтөп, бесән сабып...
Еремдең бар матурлығын
Туплағанһың үҙеңдә.
Ҡояшлы уя! —
Моң туйы
Күсә минең күңелгә.