Янғантау таңдары

Янғантауҙа яңғыҙ йөрөгәнемдә

Һыҙылып килгән мәлдә йәйге таң,

Эҙләгәндә һине,

Аҡ ҡайындар

Шырлығында таптым йәнгә  ял.

 

Ҡайнар хисле һиҙгер ҡайындары

Төнөн мине серҙәш иттеләр,

Аҡ туҙҙары,

Күҙ нурҙарың булып,

Йөрәгемә  ипкен һирптеләр.

 

Үтә күренмәле ебәк күлдәк

Кейеп өйөрөлгән һылыуҙар

Бейергә тип мине саҡырҙылар,

Ҡулдарымды ғына һоноуға...

 

Ах был таңдар!..

Янғантау таңдары,

Ҡайынлыҡтың сихри ҡуйынында…

Аҡ һындары менән йөрәгемә

Ғүмерлек моң булып уйылған.