Яҡташтарыма хат

 

Һис үпкәм юҡ тыуған яҡтарыма,

Хөрмәт итмәй, яҡын күрмәй, тип.

Ул хөрмәтте кәрәк ҡаҙанырға

Илгә оло хеҙмәт күрһәтеп.

Мин үҙем бит мәңге бурыслымын,

Тыуған яғым, һинең алдында.

Рәхмәтем ҙур — тере алып сыҡтың

Ғәрәсәттең хәтәр ялында.

Ә йылдар һуң нисек үгәйһетте,

Һуғып боҙға, өтөп ҡуҙҙарҙа.

Емерек, арыҡ донъя тороп ҡалды

Ҡарт-ҡороға,

Малай-шалай, ҡатын-ҡыҙҙарға...

 

Ғүмер ағасым да шаулай ине,

Йәм-йәшелдән ине яңыраҡ.

Шул ағастың инде төптәрендә

Ейәндәрем йыя яп(ы)раҡ.

Йәшлегемдә һабан һабын  тотоп,

Мин аҙ ярҙым ерҙең ҡыртышын.

Ата-бабам кәсебенән  алыҫ

Һөнәр яҙҙы миңә — йыр-шиғыр.

Күңелегеҙҙән йыйып һүҙ ынйыһын,

Үҙегеҙгә кире ҡайтарҙым.

Ҡайтарғаным, бәлки, ҡайтыштыр ҙа,

Ваҡыт баҫыр мөһөр – хаҡтарын...

 

Ташлап  киткән өсөн

Тыуған яҡтың

Төшөр, бәлки, ҡарғыш-әрнеше.

Әммә миңә ситтә яҡташ булды

Телде аңлай алған һәр  кеше.

Хәҙер тоям:

Мин үҙ бәхетемде

Тыуған яҡтан ситтә эҙләнем.

Ләкин тыуған ерҙе йөрәгемдән

Булманы һис ҡасан өҙгәнем.

 

Һис үпкәм юҡ тыуған яҡтарыма,

Унан хөрмәт өмөт итмәнем...

“Далаһына ул ят бауыр”, — тиеп

Яҡташтарым бары әйтмәһен.

1991.