Эй, милләттәш, ҡәрҙәш, яҡын туған,
Көнитмештә - ҡорҙаш, һабандаш,
Беҙҙе берҙәм иткән иң төп нәмә –
Изге тупраҡ. Беҙ бит - ватандаш.
Ватандашым! Әл дә ризығыбыҙ
Сәселмәгән сит-ят ерҙәргә.
Уралыбыҙ - бишек Ватаныбыҙ
Ҡалыр ине әллә кемдәргә.
Еркәйебеҙ, мәғрур Уралыбыҙ,
Ожмахтарға ғына биргеһеҙ.
Батырҙары йәнен аямаған,
Батҡанда ла ҡанға сергеһе.
Башҡортостан - беҙҙең туған Ватан,
Тыуҙырған да баҡҡан, туйҙырған,
Ирек тойһон, гел талпынһын, тиеп,
Һынмаҫ рухи ҡанат ҡуйҙырған.
Асыл төп Ватанһыҙ - ерһеҙ беҙ кем? –
Бер килмешәк. Ҡамғаҡ. Берәҙәк...
Ватан - һулар һауа, тибер йөрәк,
Илһеҙ йәшәй алмай берәү ҙә.
Күренмәй ҙә, тыштан тойолмай ҙа –
Ватан тойғоһо бит йөрәктә.
Уны тәүҙә йәндә тойор кәрәк,
Асып ҡуйып булмай үрнәккә.
Йөрәк йырлай, гөрләй, уттай дөрләй,
Хистәр урғый - тотоп тыйғыһыҙ.
Миндә ярһый иң юғары тойғо –
Ерҙә ватандашлыҡ тойғоһо.
Эй, милләттәш! - Ҡандаш, яҡын ҡәрҙәш,
Һынауҙарҙа - рухташ һәм яуҙаш,
Беҙҙе бергә туплар иң төп һыҙат –
Изге тупраҡ. Беҙ бит ватандаш!