Баласаҡ дуҫым, ауылдашым
Ғөмөрҙаҡ Рәхмәтуллинға.
Ниҙәр барҙыр был донъяла беҙ белмәгән, асмаған,
Ҡалды микән берәй төбәк әҙәм аяғы баҫмаған!?
Яҡшы беләм тиһәң дә һин тәпәй баҫҡан ерҙәрең,
Бер ғүмерең етмәй уның асыр өсөн серҙәрен.
Хатта оло сәфәрҙәрҙән ҡайтһаң да ерҙәр күреп,
Йәнгә яҡын ғәзиз төйәк тик берәү — тыуған ерең.
Һиҙәһеңме, һиҙмәйһеңме — бабалар ере тарта,
Теләйһеңме, ҡаршыһыңмы — йәнең бер шунда ҡайта.
Кәрең барҙа тырышып ҡал тупраҡҡа тирең түгеп,
Ҡайғыларын бергә күтәр, михнәткә сабыр түҙеп.
Йәшәүҙең бар бөйөклөгө — тыуған ереңде һаҡлау,
Маҡсаттарҙың һөйкөмлөһө — ил аманатын аҡлау.
Сәсәндән күпме ҡобайыр, әйтелгән йөрәк һүҙе,
Ғүмер баҡый йырланыр йыр — асылда ерең үҙе...