Уйҙар башы

Юлдар оҙон,
юлдар урау бында,
Бөрйән башҡортоноң уйындай.
Шул юлдарҙан үтһәм,
уйҙар биләй
Йәшәү,
Тормош,
Ғүмер турында…

Юлдар оҙон,
Юлдар урау бында,
Үтһәк тә беҙ заман атында.
Шул юлдарҙан үтһәм,
уй яңыра
Йәшәү,
Тормош,
Заман хаҡында.