Уйыл

Өфө—Мәскәү юлы.
Поезд саба.
Юлдар оҙон...
Оҙон юл кеүек
Оҙон башҡорт көйө ҡанат ҡаға,
Киң сәхрәгә сихри моң түгеп.

Башҡорт йыры «Уйыл» уйға һала,
Поезд менән бара уҙышып,
Һағышынан күңел уйылып ҡала,
Йөрәк һыҙа, һулҡып, тулышып...

Алыҫлашҡан һайын күк Уралдан,
Артҡан һайын поезд тиҙлеге,
Был моң килә тарих төпкөлөнән,
Үҙ барлығын беҙгә һиҙҙереп...

Уҙған саҡта Ҡыҙыл майҙан аша,
Кремль куранттары сыңында
Ишетәм мин бөркөт саңҡыуын да,
Ишмулланың ҡурай моңон да.

Туңған саҡта йәнде иретергә,
Янған саҡта рухи һыуһынға—
Үлемһеҙ йыр
Ҡалмай замандарҙан,
Күсә быуындарҙан быуынға.