Утҡа һөйләү

1

- Өләсәй, йә, “утҡа һөйлә” әле,
Мин тыңлармын һине көн буйы.
Утты өҙмәм ҡаҙан аҫтынан да
Һис шаярмам, яһап “ен туйы”…
- Өләсәй, тим…
- Йә, йә, сабыр итсе,
Һәр нәмәнең була үҙ яйы…
Оләсәйем ҡараһүҙен башлай:
Донъя тылсым уның һүҙ һайын.

2

Йылдар күҙе бер йәшкәҙәп аҡты,
Берсә сәсте ергә осҡонон.
Күңелдәрҙә Ваҡыт ағышының
Ҡалды йуйылмаҫлыҡ юшҡыны.

Күпме уттар янды дөрләп, ләүкеп…
Оләсәйем һаман элекке.
Тормош әкиәттән тормаһа ла,
Уны килә “утҡа һөйләткем”.
Бик һөйләтке килә оләсәйҙе,
Нисек кенә яйын көйләйем?
Иллә һиҙгер! – Әйтте:
- Утҡа түгел,
Һиңә хәҙер, балам, һөйләйем.
Яҡма утты, былай һөйләйем…
Тәүге тапҡыр оләсәй ҡараһүҙен
Утҡа баҡмай ғына һөйләне.
- Һин бит хәҙер
Илде ҡурсаларлыҡ,
Ир ҡорона индең, ейәнем!

3

Оләсәй һөйләй.
Ә мин утһыҙ янам.
Уйҙар күмер кеүек көйрәне.
Шул сифатта
Үткән дәүерҙәрҙе
Бөгөнгөмә йыйып төйнәнем.

Уттар янған.
Быуын-быуын уҙған.
Уттар ҡомһоҙ йотҡан илдәрҙе.
Утҡа табыныуҙар
Мең быуаттар
Быуған аңды,
Баҫҡан иңдәрҙе.
Кеше Утты еңгән.
Утты еккән,
Ут серҙәрен түҙем өйрәнеп…
Оләсәйем бөгөн ҡараһүҙен
Утҡа баҡмай ғына һөйләне.