1
...Еңгәм ярһып атлап бара —
Йөрәгенә
ялҡын ҡапҡан!
Тулҡын-сәсен елдәр яра...
Таң ҡалышып күҙҙәр баҡҡан
Тирә-яҡтан;
Асыҡ ҡалған
Ирендәр алйып ҡабатлай:
— Был — мөхәббәт!..
— Юҡ, ул — ялған!..
— Ут артынан күптәр атлай...
2
...Йөрәген өткән ут ялҡыны
Еңгәмде
тотошлай
солғаны.
Ғазапта быуыла алҡымы,
Тик атлай ул алға талпынып.
Ситтәрәк ирендәр шыбырҙай:
— Был ғазап — мөхәббәт...
мөхәббәт…
Ә яттар түҙмәйсә тыпырҙай:
— Ҡыҙ яна!..
— Ниндәй шат,
мөһабәт!..
3
...Еңгәмде ялҡын көйрәтте,
Был ғазаптан ҡотолорға
Ҡай берәүҙәр юл өйрәтте:
— Югер ярға!..
— Ырғы һыуға!..
Ялҡын аша яңғыраны
Еңгәмдең һағыш ораны:
— Утта яныу — бәхет татыу,
Туң йөрәкте ләхеткә атыу!..
Һөйөү — яныу!
Шуға минең
Бөтмәй көнөм, бөтмәй хәлем.
Әрнеүҙәргә түҙемлегем
Һөйгәндәргә булыр фәһем,
булыр фәһем...
4
Хатта туң йөрәктә
Хистәрҙе ҡалҡытып,
Күңелде әсирләй
Ялҡыны еңгәмдең.
Шул ялҡын йөҙҙәрҙе
Ал таңдай балҡытты —
Ағайым һөйөүе
Үлемде еңгәнен!