(А. С. Пушкиндан)
Тулҡындар, һеҙҙе кем әүрәтте,
Тышаулап ғәйрәтле сабышты,
Бығаулап ярһыу сың-ағышты,
Өнһөҙ бер быуаға әүерелтте!
Кемдең һуң сихырлы таяғы
Имгәтте өмөт, моң, шатлыҡты,
Миндәге дауылды, сафлыҡты
Быуҙы ла йоҡлатты аяуһыҙ!..
Уйна, ел, ҡалҡһын һыу, сил булып,
Һәләкәт терәген ҡаҡшатып;
Үт, йәшен, — азатлыҡ символы,
Ирекһеҙ даръяны сайҡалтып!..