Ут арбау

 

(Диман Белековтан)

 

Дөрлә, утым, геүлә, утым.

Шәберәк ян, иренмә.

Тауҙарҙағы аҡ ҡарҙан аҡ

Һарыҡ йөрәген бирермен.

 

Дөрлә, утым, геүлә, утым,

Ҡараһы төндөң иреһен.

Ҡара төндән дә ҡарараҡ

Һарыҡ йөрәген бирермен.

 

Ҡайнаһын сәйнүк шыжылдап,

Ҡаҡ утын янһын шартылдап,

Тулаһын ялҡын ялпылдап,

Талпынһын йырым һулҡылдап.

Ишетеп моңло гөрләүең,

Топшурымды мин көйләрмен.

 

Йырым булыр ошо хаҡта –

Унда иңрәй уттың зары:

Ай тыуғас, яуға киткәндәр

Алтайымдың батырҙары...

 

Һиндә мин май иретермен,

Маралдың ярып һөйәген, —

Һине мин йомарт һыйлармын,

Туҡтағас йырым-көйләүем.

 

Дөрлә, утым, геүлә, утым.

Күсһен миңә серле ҡотоң!