Үҫәргәндәр

Борондарҙан йәшәй бында үҫәргәндәр,

Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ үҫәрмәндәр,

Йыһан кеүек далаларҙа ирәүәнләп

Донъя көтөр илгиҙәрҙәр, күсәрмәндәр.

 

Теле сәсән, аты сапсан, уғы мәргән,

Зат-нәҫеле башланғанға хан Мөйтәндән.

Яугирлығы, саялығы, туралығы

Яҙмышын да, булмышын да гел көйләгән.

 

Сал Уралға - тыуған ергә һыйынғандар,

Тупланышып, түбә-түбә йыйылғандар.

Ситтә торғас, сик һаҡларға ҡуйылғандай,

Ил алдында дан-шөһрәткә ҡойонғандар.

 

Уралҡайын һаҡлап, ғәййәр үҫәргәндәр

Баҫҡындарға күпме һөңгө күтәргәндәр,

Күпме яуҙы ҡылыс-уҡтан үткәргәндәр,

Шәһиттәргә күпме ҡалҡан түңкәргәндәр...

 

Олатабыҙ Бикбау кенәз хаҡ эш ҡылған:

Дүрт ырыуҙан баш орғандар Аҡ батшаға.

Аҫабалыҡ хоҡуғы алғас ер биләргә,

Быуын-быуын күскән намы балаларға.

 

Һаҡмар, Яйыҡ, Таналыҡ, Туҡ, Һүрәм буйы

Хозурында йәшәгәндәр хайран булып.

Ябырылғас ят бауырҙар, хафаланған

Ғәзиз ере ятыр, тиеп, вайран булып.

 

Өй күтәргән, көй көйләгән, һүҙ бирмәгән,

Яттарға һис баш эймәгән, теҙ сүкмәгән,

Үҫәргәндең зат-ырыуы – ерҙең даны,

Намыҫ ҡоло, ир солтаны, ил олтаны...

 

Борондарҙан йәшәй бында үҫәргәндәр, -

Сал Уралға - ҡотло ергә ереккәндәр.

Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ үҫәрмәндәр,

Аманатҡа мәңге тоғро ирек йәндәр.

 

2007.