Уҫал Салауат

Уҫал Салауат

 

«...свирепый Салават»

 

А.С. Пушкин. 1834.

 

Булырһың да йыртҡыс бүре һымаҡ,

Тунаһалар ҡат-ҡат тиреңде.

Алышырһың сая һеләүһендәй,

Үртәһәләр ғәзиз ереңде.

 

Ҡарғырһың да аҫау айғыр һымаҡ,

Ауыҙлыҡлап башыңа менһәләр.

Ажарланырһың да арыҫландай,

Талпан кеүек  ҡаның имһәләр.

 

Айбарланырһың да айыу һымаҡ,

Алҡымыңдан алғас башкиҫәр.

Баш күтәргән һайын яугир башҡорт

Баструктарға китеп таш киҫкәс...

 

Уҫал булыу түгел, ут булырһың,

Ҡабырғаңдан аҫып ҡуйһалар,

Һөрөп илдән,

Ҡыҙған тимер менән

Маңлайыңа тамға уйһалар.

 

Ҡан  иларһың, әгәр мыҫҡыл итһә

Йән һөйгән йәреңде суҡынған.

Нисек түҙмәк:

Көслөмөн тип берәү

Иҙеп йәнең, илдә соҡонһа?!

 

Ярһырһың да һыймай үҙ тиреңә,

Тап-тар булып ҡалғас киң Урал!..

Ә Уралын башҡорт ҡәғбә күргән,

Табалмаған уға тиң ҡорал...

 

Илбаҫарға сикһеҙ нәфрәтенән

Бәғерҙәре ташҡа әйләнер.

Ҡара йөрәк киткәс,

Уралынан

Ҡот-кәр алып ҡабат йәнләнер...

 

Бөйөк шағир!

Уны һин аңлаһаң,

Яҙмаҫ инең: «свирепый Салават...»

Халҡы, ирке өсөн Бүгәс менән

Тиҙ аңлашҡан даһа Салауат!

 

Шул «яуыз»дың тоҡомдары һинең

Рәсәйеңде күпме һаҡлашҡан

Дошмандарҙан!..

Әммә ваҡланмаған.

Өҫтөн ҡалған рухты таплаштан...

 

Күпме ғүмер аҡҡан!..

Әммә шул уҡ:

Ҡанлы Кавказ,

зарлы сал Урал...

Хәсрәт ашҡан Иҙел...

Уҫал булмай,

Тағы ниндәй булһын Салауат?!