Усаҡтағы уттар күсһен йөрәктәргә...

Усаҡтағы уттар күсһен
йөрәктәргә,
Ҡалһаҡ ине иң саф, изге
теләктәрҙә.
Замананың дауылдары
һүндерер ҙә
Икәү яҡҡан усаҡтағы
ялҡындарҙы,
Тик беҙ — кеше, ашатларбыҙ
упҡындарҙы,
Беҙҙе күмеп китәм тигән
тулҡындарҙы...
Айырым да яныр усаҡ
дөрләп, ләүкеп,

Хистәр һүрән булһа ғына
йөрәк сәңкер,
Мәғлүм: икәү яҡҡан усаҡ
сағыуыраҡ,
Унда бешкән аш үтемле
һәм татлыраҡ.
Алыҫтағы шәфәҡтәрҙең
яҡтыһына
Ымһынмайыҡ — донъя шундай
иркен, сикһеҙ,
Беҙ бит — кеше,
уйҙарыбыҙ, хистәребеҙ
Бар нәмәнән — уттан, һыуҙан
өҫтөн, бикһеҙ.
Күңелемдә шундай бер йыр
яңғырай ине,
Хыялымда шундай йондоҙ
баҙлай ине,
Ул йыр бер саҡ минең менән
бергә китер,
Яҡты йондоҙ минең менән
бергә һүнер...