Усаҡ

Һүҙ ишетһәм, уйға ҡалам ҡайсаҡ:
“Кеше яҡҡан утта ҡыҙынма…”
Тормош бит ул, -
Һин дөрләткән усаҡ
Һүнеп ҡуйһа бер саҡ – туҙынма!

Сихри бер көс менән арбалғандай,
Усағыңды ташлап китә алмай,
Йөрөрһөңмө гел дә ут тирәләй
Тик бер үҙең, ҡыҙынып бөтә алмай?...

Ул быуатттар үткән –
Саҡматаштан
Ут саҡтың да – үҙең ҡыҙындың…
Яҡтым икән усаҡ –
Әйҙә шул саҡ
Бар мохтаждар утҡа һыйынһын!...

Изге ниәт менән яғам усаҡ,
Дуҫтарыма ла гел булышам.
Улар яҡҡан утта, бәлки, бер саҡ
Ҡыҙынырмын – донъя ҡуласа.