Йәйге төн.
Ҡала урамы.
Эттәр өрә абалап.
Йолҡош бурҙай, бетле кәнтәй,
Бармаһаң әгәр абайлап,
Хәҙер өҙөп ҡабалар!
Әйтерһең, донъя уларға —
Өрөргә лә таларға.
Тыйыусы юҡ —
Кем теләһен
Эт менән эт булырға.
Ә улар шашалар ғына
Урамдарҙы бер итеп.
Тимер-бетон, таш йорттарға
Эт ҡайғыһы сит ине.
Ниңә ҡупҡан өҙөш-сәйнәш,
Ҡайһы, ниндәй гонаһтан?
Ҡотортҡос дарыу эскәнме
Бәйһеҙ аҡбай, муйнаҡтар?..
Талаш, йолҡош, шыңшыу ҡатыш
Оҙаҡ барҙы эт туйы.
Аңлашылмаҫ хәүеф көттөм
Керпек ҡаҡмай төн буйы.
Эй кешеләр!..
Уянығыҙ,
Эттәрегеҙ талаша,
Ҡоторған эт — төнгә хужа,
Урам — ҡанлы тамаша...
Төнгө өс. Урам тултырып,
Эт һуғыштары бара...
Тәнемде эт талағанмы —
Йәнемдә тотош яра...