Урал ташы

(Юрий Андриановтан)

 

Урал ташы ята  өҫтәлемдә —

Малахит та түгел,  йәшмә  лә.

Сал  тарихтан  миңә  йәдкәр  булды,

Ҡаяларҙан килеп төшһә лә.

 

Йәш сағында татыған ул ерҙең

Ут йөрәге урғып-ташыуын.

Ваҡыт менән алышта сыныҡҡан

Уралымдың ябай ташы ул.

 

Хәҙер инде ул — китаптар менән,

Тәбиғәттән алыҫ — бер ситтә.

Йылы өйҙә  шымып ҡына ята,

Таш та түгел, гүйә, бер тәтәй.

 

Ә шулай ҙа уның тамырында

Уйнап ҡуя дауыл юҡ-юҡта:

Әлмисаҡтан иҫкән утлы елдәр,

Шарлауыҡтан шыуған боҙлоҡтар…

 

Ошо ташты һалһам устарыма,

Һәр бер уйымында тойола:

Салауаттың ат тояғы эҙе,

Сапҡан саҡта ирек  яуына.

 

Сыйғыланған урындары таштың

Һеңдергәндәй бығау илауын;

Тамғаларын күрәм ҡасҡындарҙың

Һаҡлағанда ерен, иманын...

 

Урал ташы!

Һиңә  кем хөкөмсө? —

Ел-ямғырмы һине ярыусы!

Ауыр ломдар менән яралаусы,

Табыныусы?..

Һине ҡорал итеп,

Ҡуйынына тығып  барыусы...

 

Урал ташы ята өҫтәлемдә,

Мәғрур ҡартлас — Ваҡыт көндәше.

Яҙмышымдың сабыр  бер шаһиты,

Һиҫкәндерә,  өнһөҙ өндәшеп.