Урал батырға өндәшеү (ҡобайыр)

Ай, Уралым, Уралым!..
Көндәр тора боларып,
Ҡояшты ҡаплай болот,
Башҡайыңа уралып.
Ай, Уралым, Уралым...
Заман тора боларып,
Түңкәрелгәндәй өмөт,
Ҡазаларҙан ҡыйралып...

Ай, Уралым, Уралым,
Иҫкә алам ҙур даның,
Изгелектәр ҡылғаның
Халҡыңды һай ҙурланы!

Аҡбуҙыңа атланып,
Алмас ҡылыс уйнатып,
Дошмандарҙы турауҙан
Ҡайттың ғәйрәт туйлатып.

Балаларың был ерҙә
Мәңге йәшәһен өсөн,
Тәбиғәт, тере донъя
Мәңге йәш булһын өсөн
Йәншишмә һыуын бөрктөң,
Тирә-йүнде бағ иттең.
Үҙең тау булып яттың,
Беҙгә ил булып ҡалҡтың...

Ай, Уралым, Уралым,
Инде ниҙәр уйлайым,
Ниндәй уйҙар ҡорайым,
Ниндәй өмөт юрайым?..

Ер йөҙөндә һинән һуң
Нисә быуат яңырҙы,
Нисә быуын алышып,
Яңы заман ҡаңғырҙы?..

Көйһөҙ "Ел-ел" арбабыҙ
Һаҙлыҡҡа килеп батты,
Аҡбуҙ тигән атыбыҙ –
Йәнһеҙ бер тимер затлы.
Үҙебеҙ ҙә мең ҡатлы,
Холҡобоҙ үсле, хаслы,
Йә дейеү ҡиәфәтле,
Йә ҡотһоҙ Шүлгән затлы...

Таң ата ла кис була,
Ҡояш ҡалмай төшлөктә,
Һәр йөрәктә хис тулай,
Һөйөү юҡтыр көслөктә.

Уйлылар, һеҙгә бағып,
Моңлолар, һеҙҙе танып,
Күҙҙәргә тура ҡарап,
Илемә оран һалам,
Ҡулыма ҡурай алам,
Ҡулыма ҡөрьән алам...

Илем данын арттырыр,
Уҙамандар, ҡайҙа һеҙ?
Халҡым һанын арттырыр,
Ир-егеттәр, ҡайҙа һеҙ?
Йола-заңды байытыр,
Изге заттар, ҡайҙа һеҙ?
Үҙебеҙҙе танытыр,
Батыр заттар, ҡайҙа һеҙ?

Уңған кәләш булырлыҡ
Һылыуҙар, һеҙ ҡайҙа ул?
Ат ҡушарлап яу сабыр,
Ирҡыҙҙар, һеҙ ҡайҙа ул?
Ил инәһе булырлыҡ,
Әсәйҙәр, һеҙ ҡайҙа ул?
Күстең ҡотон һаҡларлыҡ
Инәйҙәр, һеҙ ҡайҙа ул?

Улдар үҫә, айға тиң,
Урал батыр, ҡайҙа һин?
Алышҡа сыҡ, майҙан киң,
Урал батыр, ҡайҙа һин?
Эскәне ағыу, хәмер,
Башҡортоң бөлә, кәмей,
Алҡымға килә йәнем,
Урал батыр, ҡайҙа һин?
Урал батыр, ҡайҙа һин...

Урал батыр ишетте,
Оранымды иш итте,
Уйҙарымды ишәйтте,
Ышанысым көсәйтте.
Бына уның улдары, -
Йәнбирҙе тоҡомдары.
Бына уның ҡыҙҙары, -
Йәнбикәнең ҡуҙҙары.

Әле йәшәйбеҙ икән,
Әле йәшнәйбеҙ икән,
Ишәйәбеҙ ҙә икән,
Бешеләнәбеҙ икән!
Замананың елдәре
Ҡағып торһон арҡаға.
Бер-беребеҙҙе яҡлаһаҡ –
Ситләп үтер зар, ҡаза.
Телебеҙҙе һаҡлаһаҡ –
Бирешмәбеҙ яттарға.

Ай, Уралым, Уралым!..
Йыйҙың батыр улдарың,
Йыйҙың матур ҡыҙҙарың,
Уйнап моңло ҡурайың.
Уралдан батыр ирҙәр юҡ,
Уралдан бай ерҙәр юҡ,
Уралға маҡтау йырлағыҙ,
Уралды мәңге нурлағыҙ.
Уралға маҡтау йырлайыҡ,
Уралды ҙурлап туймайыҡ!..

28 июнь 2002 йыл.
Йәнтеш ауылы.