Урал аша оса торналар

 

(Рута Вентанан)

 

Урал һырты.

Сиктә баҫып торам —

Бында ике ҡитға тоташа,

Ерҙә сик юҡ —

Таҡыя башлы ҡурай

Сал ҡылғандың хәлен һораша.

 

Күк тә бүленмәгән —

Урал аша

Сыңрай-сыңрай оса торналар.

Ул  сыңдарҙан Урал ҡаялары

Елкендергес  моңға  сорнала.

 

Сик бағанаһына ҡарап торам,

Баҫҡан  ерем — сикһеҙ,  тоташтан,

Күпме быуын, ерҙә эҙ ҡалдырып,

Күк Уралда килеп тоташҡан!

 

Ҡитғаларҙың сиге-ыҙаны бар,

Йәшлек кенә белмәй сиктәрҙе.

Урал аша осҡан торналарҙай,

Хыялдарым еңә биктәрҙе.

 

Йәшлек хисем йылдар сиген үтте,

Ай-һай,  булмаҫ  инде  был  тиккә...

Торналар ҙа ана сыңрай-сыңрай

Урал  аша  оса Балтиккә.