Үлемһеҙ поэма

Сыуаш шағиры Константин Иванов үҙенең "Нарспи" поэмаһын 1908 йылда яҙған. Яҙылыуына йөҙ йылдан ашып китеүенә ҡарамаҫтан, поэма һаман да халыҡ телендә йәшәй, уҡыла. Улай ғына ла түгел, К.Ивановтың был поэмаһына иғтибар артҡандан арта, ул инде хәҙер донъяның тиҫтәләгән телдәренә тәржемә ителгән.

Күптән түгел Өфөгә Сыуашстандың халыҡ шағиры Валерий Тургай "Нарспи" поэмаһының йәнә бер уникаль баҫмаһын алып килде. Китапта "Нарспи" ете телдә яңғырай: сыуаш, урыҫ, татар, башҡорт, украин, болгар, венгр телдәрендә. Шуныһы әһәмиәтле: башҡортсаға журналист Рахман Кәли тарафынан күптән тәржемә ителгән был әҫәрҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әр-яңынан ҡарап, редакторлап сыҡҡайны. Әле китаптың исем туйында мин Өфөнәң йәкшәмбе мәктәбендә уҡыған сыуаш балаларына "Нарспи"ҙе беренсе тапҡыр башҡорт телендә уҡып ишеттерҙем.

 

12.10.2013