Үкенес

Үтте ғүмер сит-ят яҡтарҙа,
Был хатаны нисек аҡларға?
Нимә ҡырҙым, ниҙәр атҡарҙым,
Үҙ-үҙемде нисек яҡларға?
Алда бармы ғүмер? — Күпмелер
Әммә йәшәлгәне — үкенес...
Нимә генә ҡалды эҙемдән?..
Бары ямғыр илай түгелеп.

Мин белмәнем нисек йәшәргә,
Белмәй индем ут-һыу эсенә,
Булманы бит йәштән эргәмдә
Яҡын кешем — күпте кисергән;
Булманы бит кешем — өйрәткән
Йонсоу көндә усаҡ көйрәткән,
Бура бурап, йортон күтәргән,
Оя ҡороп, донъя гөрләткән...

Эй үкенес...
Үтте был ғүмер!..
Яндым-янманыммы?..
Бер күмер.
Кемдәр килер, китер - барыбер,
Уларҙы ла тулҡын бер күмер...
Уйлан, егет, уйлан иртәрәк! —
Илгә үкенмәҫтәй ир кәрәк.