Үгәй әсәй

Булмаҫ инде беҙгә үҙаллылыҡ,
Башҡорт нисек бәйһеҙ йәшәһен?
Ҡалай итеп мәңге айырылып,
Ташлап китһен Рәсәй-әсәйен?

Әсәйме һуң беҙгә оло Рәсәй?
Күп милләткә золом сәсә ул,
Ҡыйырһыта икән әгәр беҙҙе,
Рәсәй беҙгә — Үгәй әсәй ул...

Ҡыуаныстан күптәр ҡул саптылар
Һайлағанда башҡорт ҡоллоҡто.
Ҡол икән — ҡол.
Шулдыр тәҡдиребеҙ.
Тик үҙгәртеп булмаҫ холоҡто...