Тәҙрәң төптәрендә

Тороп-тороп ҡайтып киттем
Тәҙрәң төптәрендә.
Күрер инең, әгәр булһам
Йондоҙоң — күктәреңдә.
Тороп-тороп ҡайтып киттем
Тәҙрәң төптәрендә,
Һиҙер инең, әгәр булһам
Күңелең түрҙәрендә.
Тороп-тороп ҡайтып киттем
Тәҙрәң төптәреңдә.
Тойор инең, әгәр янһам
Йондоҙҙай — күктәреңдә.