Тыуған яғыма

Тыуған яғым, тим дә һиҫкәнәмен,
Һыҙғырғанда ҡыуан елдәре,
Ҡара дауыл үтһә дала ҡаплап,
Мине ялмай ялҡын телдәре.

Тыуған яғым, тим дә теште ҡыҫып,
Ташланамын уны һаҡлашып,
Бер тамсы һыу көтөп тилмергәндә
Йә кискәндә ташҡын яҡташым.

Ғәзиз төбәк, тим дә аҙарынам,
Таҙарынам ваҡлыҡ, яҙыҡтан.
Таналыҡтан әгәр ҡот алмаһам,
Яҙыр ине йәнем аҙыҡтан.

Тыуған яғым, тим дә күккә бағам,
Шәфҡәт һорап ергә тәңремдән.
Ҡаҡ даламда ямғыр бейегәндәй,
Ерем моңо тулай йәнемдә.

«Ҡасан килдең?» —тиҙәр...
Ҡанаттарым
Тыуған яҡ тип көн дә ҡағына.
Килә кеше сит-ят яҡҡа ғына,
Мин бит ҡайтам тыуған яғыма.

Ҡанымдан да, йәнем-тәнемдән дә
Заман юшҡындарын йыуған яҡ,
Мин бит һине ҡалдырғаным да юҡ –
Йөрәгемдә йөрөй тыуған яҡ!