Тыуған оя

Мыжғып торған йорт та бушап ҡалды:
Осоп сығып бөттө ҡоштары.
Алтыһының алты ояһы бар,
Донъя хәстәрендә баштары.

Тыуған йортта хәҙер
әсәй яңғыҙ
(Илде һаҡлап атай яуҙа ауҙы)
Көтә һаман иҫке ояны.
Оя туҙған, тик ул ғүмер баҡый
Йәшәмәне ҡыуып донъяны.

- Әсәй, әсәй!
Инде һинең урын
Балаларың өйө түрендә…
Юҡ, әсәйем һаман ыҙа сигеп,
Ғүмер буйы тынмай йөрөүҙә.

Бына бөгөн иҫке усағына
Яңы ҡаҙан аҫҡан әсәйем:
- Ҡуйҙым әле, бәлки, кәрәгер, тим,
Буп-буш тора, юҡһа өңшәйеп…

- Әсәй, әйҙә, беҙҙең менән торсо,
Йәшәтербеҙ эш, тел тейгеҙмәй…
Тыңламаны әсәм, ҡалды шунда –
Алтын ғүмере үткән нигеҙҙә.

Әсәйҙәр шул һаман нигеҙ һаҡлай,
Туҙҙырмаҫҡа тыуған ояны.
Ә беҙгә һуң – шул оянан башҡа
Матурлығы бармы донъяның?!