Тышаулы өйөр

Уралымда
Әллә күпме йылҡы
өйөр-өйөр йөрөй тышаулы,
муйындарҙа — боғал,
бәкәлдәрҙә —
Тимер кешән,
ҡорос ҡоршаулы.

Тышаулы өйөр!..
Әллә мин дә микән
Алашаһы ошо өйөрҙөң! —
Ни ғүмерҙәр һаман сисеп булмай
Йәнде иҙгән утлы төйөрҙө.

Мин генәме?! —
Бик күп туғанымда
Шул тышаулы өйөр яҙмышы:
Тышауынан ҡотола алмай ситтә
Тырым-тырағай йөрөй аҙашып...

Ҡырағай ҡанун һаман
Малҡайҙарҙың
Йәнен иҙә, тәнен һыҙлата.
Тауҙарҙағы йылҡы сырҡырауы
Дәүер йоҡоһонан уята.

Тышаулы өйөр!..
Гүйә, ул — беҙҙең рух.
Тынғы тапмай йөрөй интегеп,
Күп яуҙарҙы кире ҡаҡҡан, ҡалҡҡан
Ҙур халҡымдың ярсыҡ, кимтеге...

Ҡайҙа икән башлыҡ —
Көтөүселәр —
Һалдырырға өйөр тышауын?..
Йөрәгемдә дарҫлай ат тояғы,
Емерергә ҡоллоҡ ҡоршауын...