Турғайҙар

Тынғыһыҙ турғайҙар таңда
Тәҙрә туҡылдаталар:
«Тауыҡтарыңа ем һал!»— тип,
Әсәйҙе уяталар.

Әсәй сығып таҡыр ергә
Тауыҡтарға ем һибә.
Тирәккә ҡунып, сиратты
Турғайҙар түҙем көтә.

Көн сыуағында мәз булып,
Йорт алдында ем сүпләп,
Турғайҙар байрам ҡоралар.
Ҡышҡы көнгә йәм өҫтәп.

— Ишек алды тулы турғай,
Ҡош-ҡорт минән биҙмәй ҙә,
Ашауҙары ҡайһы ғына,
Әллә, ҡыуғым килмәй ҙә,—
ти әсәйем.
Ҡапҡа тулы
Күгәрсендәр, турғайҙар —
Ҡоштар ашханаһы асыҡ,
Һис тартынып тормайҙар...

Тынғыһыҙ турғайҙар таңда
Тәҙрә туҡылдаталар:
«Тауыҡтарыңа ем һал!» — тип
Әсәйҙе уяталар.