Турғай ғүмере

 

Төн ҡараһын ярып вазик елә,

Уты менән ҡапшап таш юлды.

Киң йыһанда, гүйә, бер беҙ генә,

Йондоҙ туйы күптән баҫылды.

 

Һәр кем уйға батып, ойоп килә,

Тиҙлек арбай бер үк ваҡытта:

Бөтәбеҙҙе бер уй биләй төҫлө –

Ғүмер ағыштары хаҡында.

 

Ҡапыл шунда фараларҙың утын

Һыҙып үтте ниҙер бушлыҡтан.

- Турғай!.. – тине шофер

Һәм туҡтатты .

- Машинаға турғай һуҡлыҡты!

 

Йәнде ҡулға тотоп, сығып баҫтыҡ,

Ауыр уйҙан шундуҡ айныныҡ.

Һәммәбеҙҙә хәҙер бер генә уй –

Ҡанһыраған турғай ҡайғыһы.

 

Бала йоҙроғондай ғына турғай

Тиҙлекте, тим, нисек туҡтатты?!

Машинаны бер ни эшләтмәне,

Ә йөрәкте…

Ә йөрәкте беҙҙең һыҡтатты.

 

Сәйер бер хис көйрәй күңелемдә,

Янып бөтмәй ҡалған күмерҙәй:

Аҙашҡан шул төнгө турғай кеүек,

Өҙөлә ниңә ҡапыл ғүмерҙәр?...

 

Йылы ғына турғай йомарламын

Һалып алып, юлдан ут саба.

Байҡай-байҡай ғүмер ағыштарын,

Ос-ҡырыйһыҙ һағыш-уй саба…