Туҡай маршы

Урай-урай Ҡазан артын, Ҡырлайҙы ла,
Берсә талғын, берсә ярһыу моң ағыла.
Ошо моңдо яҡын күреп, берҙәй көтөп,
Балҡантау ҙа, Ҡаратау ҙа гел һағына...

Армыт-армыт ятҡан Урал тауын ашып,
Гиҙеп йөрөй моңло-дәртле Туҡай маршы.
Туҡай маршы! Саҡыра ул ярһып-шашып,
Алыҫ рухташ, гүйә, атлай—барам ҡаршы!

Ишеткәндә уны Урал ҡуйынында,
Күңел тула, йөрәк тулай... Елдәр илай,
Урман үкһей. Күк ярыла, ямғыр ҡоя...
Сал ҡылғандар аҡ ҡайынға ҡушылып йырлай...

Даръя булып, хистәр таша, моң түгелә,
Елкендерә йөрәгемде хаҡ көрәшкә.
Ашыҡтыра ҡыҫҡа ғына ғүмерҙә лә
Атҡарырға халҡым өсөн изге эштәр.

Көндәрем дә тыуып тора гел сиратлаш:
Берсә — дауыл,
берсә — яуын,
берсә — ҡояш...
Ғүмеремде моң оҙата гел аралаш:
Йә ул дәртле,
йә ул наҙлы,
йә ул һағыш...

Саҡыра ул — кәкүк булып Ҡаратауҙа,
Оҙон ғүмер юрап Туҡай мираҫына.
Сыңғырай ул — һандуғастай, эй, өҙҙөрөп,
Үлгәндәр ҙә һиҫкәнерҙәр ер аҫтында.

Ҡаңғылдай ул — ҡыр ҡаҙҙары Йүрүҙәнде
Иңрәй-иңрәй ташлап киткән саҡтағылай.
Саңҡылдай ул — сал бөркөтө Ирәмәлдең
Ҡаяларҙа балаларын һаҡлағандай...

Урай-урай Ҡазан артын, Ҡырлайҙы ла,
Берсә талғын, берсә ярһыу моң ағыла.
Ошо моңдо яҡын күреп, берҙәй көтөп,
Алатау ҙа, Ҡаратау ҙа гел һағына.

Халыҡ өсөн, хаҡлыҡ өсөн ҡалҡҡандарҙы
Ҡаҡшаталмай хатта йылдар ағыштары:
Сая рухлы Салауаттың ярһыуына
Ауаздаш бит бөйөк Туҡай һағыштары.

Моң-хәсрәтле, мең хәстәрле ғәзиз ерҙә
Булһын хаким бары йыр һәм ирек яҙы!
Минең менән көн дә иртән сыҡһын юлға
Салауаттың сая рухы,
Туҡай сазы.

Салауаттың атайсалын — Күк Уралды
Урап-урап, аға-таша Туҡай маршы.
Шул аһәңдән әсирләнеп, булып ғашиҡ,
Дауылдарға, яуындарға барам ҡаршы...
Барам ҡаршы...