Туған телдәр яҙмышы

"Бөтә рухи мәҙәниәттең нигеҙендә филология фәне (ғилеме) ята" тигән тезис менән килешмәү мөмкин түгел. Ысынлап та, мәҙәниәттең, сәнғәттең, театрҙың һәм эстраданың да нигеҙендә һүҙ (тел) сәнғәте бит. Текст булмайынса йыр ҙа юҡ, һүҙһеҙ сәхнә әҫәре лә яңғырай алмай... Быға бик күп миҫалдар килтерергә мөмкин.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Башҡорт филологияһы факультетының барлыҡҡа килеүенә 20 йыл тулыуға арналған конференцияла был тезис бөтәбеҙҙе лә уйландырҙы: рухи культурабыҙҙың нигеҙен тәшкил иткән филология фәнен үҫтереүгә бөгөн иғтибар етерлекме? Яҙыусыларҙың, телсе ғалимдарҙың, әҙәбиәт белгестәренең китаптары тейешле кимәлдә нәшер ителәме?..

Үкенескә ҡаршы, был тәнгәлдә эштәрҙең бигүк шәптән түгеллеге хаҡында Өфө, Ҡазан ғалимдары үҙҙәренең сығыштрында күп миҫалдар килтерҙе. Телебеҙҙе һаҡлар өсөн шиғыр яҙыу ғына етмәй шул. Аяныс хәл...

 

24.10.2013