Трап төбөндә уйланыу

Самолетҡа мине индермәйҙәр,
Билетым юҡ... Ҡайтам ашығыс,
Хәтәр хәбәр килде — Әсәй үлгән...
Сығып бара йөрәк атылып,
Осоп ҡына ҡайтып етер инем,
Ҡорос ҡошҡа мине алмайҙар.
Ә салонда күпме таныш-белеш!..
Ҡайғыңа һис ҡолаҡ һалмайҙар.
Ғүмеремдә тәүге тапҡыр бына
Трап «һаҡлап» торам бер үҙем,
Әллә ниндәй ҡөҙрәт көткән кеүек
Осоусының көтәм бер һүҙен.
Сменаның начальнигы тылҡый:
— Һуңғы һүҙ, — ти, — бары пилотта.
Ә пилотты булмаҫ ышандырып,
Телеграмды һоноп, илап та.
Яҙмышҡайың яттар ҡулында шул,
Хәл итһә лә, хәйлә ҡорһа ла,
Һин ғазапта тиеп, ул бошонмаҫ,
Башҡынаңды ташҡа орһаң да.
Кеше ҡайғылары — төштән һуң шул,
Бәғереңдә һыҙлау булмаһа,
Сит әрнеүен бәндә аңлаймы ни,
Үҙ йөрәге ғазап тоймаһа...
Телеграмма һоноу урынына
Ришүәт һонһаң – ҡабыр ине ул:
“Артыҡ йөк” тә тиеп тормаҫ ине,
Урынын да табыр ине ул...
Ҡанат киргән осҡос ишектәре
«Гөп» ябылды. Трап алынды.
Өмөтөңдө өҙмәй осороңа,
Кемдәргә бит бушҡа ялындың!
Сыҡ тиҙерәк осоу майҙанынан,
Алмаҫтары элек алҡымдан.
Самолетҡа юҡһа ут тоҡаныр
Эсеңдәге ғазап-ялҡындан...