Торна ҡауырһыны

1

Торна ҡауырһыны табып алдым
Ирәндектең тәңкә күлендә.
Шул ҡауырһын менән яҙҙы микән
Йырын халҡым сәсән телендә?!

Сыңрап торған ҡауырһынын торна
Киткән, имеш, күлдә онотоп:
Һоҡланһын тип,
Йәнә моңланһын тип,
Уйланһын тип кеше тоҡомо.

Моңло ерҙең сыңрау торнаһынан
Миңә бүләк булған ҡауырһын, -
Есемкәйең менән еңелһең дә,
Бәҫең менән ниндәй ауырһың!

Ҡауырһын!
Эй ябай бер мөғжизә!
Тәбиғәттең камил бер сере.
Был илаһи гүзәллекте мин дә
Шиғыр итеп яҙҙым күсереп.

Булһа әгәр йырым шул торнаның
Бер ҡауырһынына бәрәбәр,
Хаҡлыҡ менән хаслыҡ алышҡанда
Өҫкә сығыр изге йәрәбә.
Ҡауырһыны менән сыңрау торна
Ирәндеккә яҙыр мәҙхиә.
Уны уҡыр өсөн зауыҡ кәрәк,
Күңел күҙе кәрәк әҙ генә…

2

Көтмәгәндә тәңкә күл өҫтөндә
Ишетелде мылтыҡ тауышы.
“Торр-ра-йыҡ! Торр-ра-йыҡ!” –
Торналар сылбыры
Бер яҡ ситкә китте ауышып.

Ни арала сылбыр туҙҙырылды,
Тарҡатылды ғажиз матурлыҡ?!
Ҡоштар яҙмыштарын боҙған бәндә –
Кешегә лә төбәп атырлыҡ!..

Ниндәй хаин туҡтатмаҡсы була
Торналарҙың ҡанат ҡағышын?
Изге ҡоштар,
Әгәр антың боҙһаң,
Ҡауырһындарынан ҡан тамыҙып,
Ирәндеккә яҙыр ҡарғышын!

- Мылтыҡлы зат!
Әгәр күңелеңдә
Гүзәллектән ҡалһа ҡауырһын,
Торналарҙың мәғрур тыныслығын
Боҙорға һин, берүк, ауырһын!

Сыңрап торған моңло ҡауырһынды
Тағы ҡайҙан эҙләп табаһы?!
Торна осто –
Бер аҙ уйланһын тип,
Уянһын тип әҙәм балаһы.