Тормош ҡыҙыҡ бит ул:
Күҙ һирпкәнсә
Теҙген бушат, ирек бир генә, —
Эйәренән хәҙер осорорҙай
Ярһыу толпар менән бер миңә...
Мөхәббәткә һыуһап янды йөрәк,
Ипкендәрен һипте ҡуҙ һымаҡ.
Тормош килде, күҙҙәремә бағып,
Ун һигеҙе тулған ҡыҙ һымаҡ...
Аттан ауып, төнгә юлыҡҡандар,
Йөрәгемдә һеҙгә тере ҡуҙ...
Тормош берсә —
баш бирмәҫлек толпар,
Берсә —
илгәҙәккәй еткән ҡыҙ.