Тирәктәр

Үтер юлдарыма тирәктәрҙең
Ап-аҡ мамыҡтары түшәлгән.
Бындай мәлдәр — өндә һирәктәрҙән,
Һирәк була хатта төштәрҙә.

Рәхәтлеккә тиҙ күнегә күңел —
Йомшаҡ келәм ятһа һуҙылып,
Мамыҡ юлдан атлау бер ни түгел,
Тик ваҡытты ҡыйын уҙыуы...

Ҡаҡ һикелә аунап үҫкәнгәме,
Өйрәнелгән йәштән ҡатыға,
Ил нужаһы иңгә күскәнгәме,
Өлгөрөлгән күпте татырға.

Беҙ ир еттек.
Күңелдәрҙе заман
Яңы вайым менән тултырҙы.
Торған һайын тормош уҫал һаман—
Йомшаҡ түшәп, ҡаты ултыртты...

Йәй уртаһы.
Таныш тирәктәрем
Ап-аҡ мамыҡ йәйә юлдарға,
Әйтерһең дә,
Кеше йөрәктәре
Төшмәһен, ти, ҡаты уйҙарға.

Хәтәр яҙмыш,
Теләп ау ҡормоштан,
Еңел бәхет һонор ҡулыңа,—
Ирәймәсе, күңел,
Был тормоштар
Мамыҡ түшәһә лә юлыңа..

Тирәктәрҙән ана үрнәк ал һин—
Йәшәү өсөн нисек талпына:
Мамыҡ-орлоҡ ҡайһы ергә ҡунһа,
Шунда йәшел ҡыяҡ ҡалҡына!