Тирәк шаулай...

 

Йорт алдында, әсә хәтерендә,

Тәү ҡат япраҡ ярҙы тал-тирәк;

Сибек кенә ине,

Ләкин үҫкәс,

Күкте терәр әле был тирәк...

 

Бәғер итен һыҙып бала тыуа,

Күп ауырлыҡ төшә әсәгә.

Шуны һиҙмәй үтә ғәмһеҙ йәшлек,

Һиҙмәй хатта ғүмер йәшәлә.

 

Аҡ биләүгә биләп, бәхет теләп,

Балам, тиеп, әсә һарғая,

Үҫә бала,

Күңелендә — дала...

Әсә маңлайында һыр ҡала.

 

«Имен булһын, эше уңһын»... — тиеп,

Әсә көтә, юлға күҙ һала...

Йорт алдында бары тирәк шаулай,

Япраҡтарҙа алтын көҙ яна...