Тирәк ауҙарғанда

Ғәфү ит инде, Ҡарт Тирәк,
Сараһыҙҙың көнөнән
Ауҙарабыҙ һине бөгөн,
Хужаң һинән төңөлгән:
«Бер үҙе һура баҡсала
Тупраҡтың барса дымын,
Бурандарҙа бик үкерә,
Ултыра белмәй шымып...» —
Бына һинең гонаһтарың,
Булған ғына ғәйебең.
Хужаңа ҡаршы әйтергә
Юҡ бит йәнең йә телең...
«Юҡ бит йәнең?..»
Яңылышамдыр,
«Ағастың, һыуҙың, таштың
Йәне була, — тип өйрәтте
Әсәйем миңә йәштән, —
Ағас, таш, һыу әҙәмдәргә
Кәрәккә яратылған,
Һәр беренең үҙ бурысы
Тәңренән таратылған...»
Кәрәк — тирәкте йыға, ти...
Беҙ ҙә йығабыҙ тирәк.
(Ағас ҡәҙере бар ерҙә
Әйтелгән булһа кәрәк...)
Рәнйемә, Тирәк, әжәлдең,
Балтаһы күтәрелгән,
Һинең бөгөн һуңғы көнөң
Тәңренән ебәрелгән.
Риза булып ҡына китсе
Был ерҙән, был баҡсанан...
Яһап бирер һинән оҫта
Балаларға аҡ сана...
Һәр нәмәнең дә тәҡдире
Ғүмеренә үрелер...
Кемдер тирәк булып үҫер...
Хаҡ яҙғанын күрелер...