Тирә-яғым тулы кеше

Тирә-яғым тулы кеше,
Күңелем генә буп-буш,
Йәнемә тулған бушлыҡҡа
Бөтә барлығыңды ҡуш!

Тән яңғыҙлығы – бер ғазап,
Йән яңғыҙлығы – үлем.
Бушлыҡ упҡынынан осоп
Сыға алмам бер үҙем.

Бер бәлә - дуҫтан уңмаһаң,
Хәтәр – серҙәш булмаһа.
Йәнемде һура яңғыҙлыҡ,
Шул бушлыҡтан йолмаһаң.