Тейендәр бейеүе

Тейендәрҙең ҡыуышыуын
Бары яҙҙан күрәләр.
Баҫтырышмай,
улар бейей
Ҡарт ҡайынды тирәләп.

Тырнаҡтары сыҡ-сыҡ килә
Ҡарт ҡайын туйраһына.
Тейендәрҙең бейеүҙәре —
Әҙерлек
туйға ғына..

Геүләтеп яҙғы урманды,
Тейен туйҙары бара.
Тәбиғәт ҡанундарына
Буйһонмай ғына ҡара!..

Юҡ унда һис бер хилафлыҡ –
Матурлыҡ тантанаһы,
Уларға тик һоҡланаһың,
Күрергә ынтылаһың.

Яҙғы урман нурға тулған…
Тейендәр бейеүҙәре…
Йәне барҙы һала уйға
Йәнлектәр һөйөүҙәре…