Тере тамсылар

Йәншишмәнең тере тамсылары
Һарҡып төштө төрлө тарафтан,
Армыттарын ашып Уралымдың,
Йәшмә ҡатламдарын аҡтарып.

Эй йыһандың тере илселәре! –
Йәшәү ҡото тейәп ағығыҙ,
Ағығыҙ ҙа,
ярға ғына түгел,
Һәр йөрәккә килеп ҡағығыҙ!

Ҡағығыҙ ҙа
Иман орлоҡтарын
Шытым итеп йәнгә һалығыҙ,
Тере тамсыларҙан,
Таҙарһынсы,
Сафланһынсы рух һәм ҡаныбыҙ!

Беҙ бит – Урал батыр ейәндәре,
Беҙ бит – Урал батыр тоҡомо.
Тере һыуын Урал беҙгә бөрккән! –
Йөрөмәйек шуны онотоп.
Йәншишмәнең тере тамсылары –
Беҙ бит Урал батыр тоҡомо!

Талҡаҫ күле,
30.06.2003.