Текә юлда

«Будьте любезны!» — тип,
Һылыу ҡатын
Ҡулын һуҙҙы,
үргә менә алмай.
Иҫем-аҡылымды йыйғансы мин,
Ҡулын алды уның бер малай.

Ауыҙ асып шулай тороп ҡалдым:
Малай китте елеп артабан,
Юлын дауам итте һылыу ҡатын,
Мохтаж түгел инде ярҙамға...

Шунан бирле текә ерҙән үтәм,
Ауыр юлдан — сәмем ҡуҙғалып,
Көткән кеүек:
«Будьте любезны!» — тип,
Берәй һылыу ҡулын һуҙғанын.