Тәбиғәттән оло булып булмай

Алышынған мәле тәбиғәттең:
Алмашына асыл – хыялға,
Алышалар ут менән һыу уҫал,
Тыйып булыр тиеп ҡыялма.
Яҙғы буран тулай, ятып илай,
Ҡыш сәлләһен һала – ҡар оса.
Әллә нишләй Йыһан –
Еркәйемдән
Йылы наҙын йәлләп ҡарыша.
Ужымдарҙы ҡоса мәрхәмәтһеҙ,
Йәш ҡыяҡтар дер-дер ҡалтырай,
Күҙ асҡыһыҙ буран үтәһенән
Битһеҙ ҡояш рыя ялтырай,
Йә уйнатып йәшен ҡамсыларын,
Ҡурғаш болот ерҙе ҡайыҙлай.
Ыҙғарҙарҙа ыҙа яугирҙарға –
Тән яраһы әрней, йән һыҙлай...

Мин дә бына яҙғы был иртәлә
Әллә телдән яҙҙым – юғалттым:
Мәхрүм булдым наҙлы ҡараштарҙан,
Бер йүләрҙе юҡҡа йыуаттым...
Тап ошондай мәлдә аҙай әҙәм,
Алмашына хыял – тәбиғәт.
Йәшәү – үлем.
Хәтәр алыштарҙа
Юғалтыуҙар зарур – тәбиғи.

Тәбиғәттең көтөп тулағанын,
Ажғырғанып аҡман-тоҡмандың,
Олоп арығанын елдәренең,
Көтөп тороп, юлға сыҡманым.

Тәбиғәттән оло булып булмай,
Аҡыллы йә отҡор, йә тилбер.
Күпме генә уны уҙам тимә,
Асылыңа бары бер илтер...
2000.