Тауҙар ҡыҙы

 

Тауҙан тауға, үрҙән үргә үрләп,

Килеп сыҡтыҡ һаҡсы өйөнә.

Урмансы ҡарт — өнһөҙ урман кеүек,

Ә ҡыҙына күңел һөйөнә.

 

Күпме баҫалҡылыҡ ҡарашында,

Күпме кеселекле нескәлек.

Буй-һынында йәнгә татлы бер наҙ —

Һут  тулышҡан сағы сәскәнең.

 

Ҡымтып ҡыҫҡан йоҡа ирендәре

Сауҡа тауҙың бешкән сейәһе,

Һырғый тауҙар һөйөп үҫтергәнме

Йөрәкһеткән хистәр эйәһен?!

 

Ошо ҡыҙый тауҙа осрағанға,

Ауыр юлдар ғазап түгелдер...

Бер килеүҙән дала улының да,

Урман, әсир иттең күңелен!..