Татлы ғазап

Ауыр йөктәр йөкмәгәндә
Ауырлыҡ ул – буштыр, тинем.
Һыпырһам да маңлай тирен,
Мин еңмәҫтәй юҡтыр, тинем.

Эй был тормош!..
Бөгөн килеп
Ауырлыҡты бирҙе миңә:
Иң татлыһын,
Ғазаплыһын
Һалып китте йөрәгемә.
Етер микән көсөм еңергә? –
Был ауырлыҡ бөтмәҫ ғүмергә.